Радий Хәбиров эш сәфәре барышында баш ҡалала йәшәүселәрҙең яратҡан ял урынының үҙгәрештәре менән танышып, халыҡ менән һөйләште. Паркты төҙөкләндереү эше «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы буйынса ойошторолғайны. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Баймөхәмәтовтар ғаиләһе Урмансылар исемендәге парктың даими ҡунағы. Биш йәшлек Мәликәгә балалар майҙансығында уйнау оҡшай. Бында йәш һәм ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса төрлө зоналар булыуы уңайлы, ти ҡыҙҙың атаһы.
Балалар майҙансығындағы ағастан яһалған ҡорамалдар тирә-яҡтағы урман мөхитенә тура килеп тора. Урмансылар исемендәге пакрты төҙөкләндереү тураһында Радий Хәбиров 2021 йылдың авгусында йәмәғәт урынына килеп, халыҡ менән әңгәмәләшкәнәдә хәбәр иткәйне. Былтыр өфөләр урман паркы биләмәһен төҙөкләндереүгә тауыш бирҙе.
Йәмәғәт киңлеге « Уңайлы ҡала мөхитен булырыу» проекты сиктәрендә яңырыу кисерҙе. Ошо маҡсатта 380 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән Урмансылар исемендәге парк өфөләрҙең яратҡан ял урындарының береһе булып ҡала, хәҙер унда төрлө йәштәгеләр өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырылған. Улар менән яҡындан эш сәфәре барышында Радий Хәбиров танышты.
Бында хәүефһеҙлек өсөн борсолорға кәрәкмәй. Биләмәлә видеокүҙәтеү ҡоролмалары беркетелеп, өҫтәмә яҡтыртыу селтәрҙәре һуҙылған. Пикник зонаһы ла танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Мангалдар урынына өҫтәл һәм эскәмйәләр ҡуйылған, дөйөм туҡланыу нөктәләре эшләй башлаған. Урмансылар исемендәге парктың яңырыуына спортсылар ҙа ҡәнәғәт. Волейбол, баскетбол, футбол майҙансыҡтары төҙөләгән. Матчтарҙы ҡарау өсөн трибуналар бар.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа Өфө зоопаркының концепцияһы тәҡдим ителде. 11 гектар майҙанда 130-ҙан ашыу хайуан һәм ҡош йәшәйәсәк. Биләмәлә контактлы зоопарк, балалар һәм мәғариф майҙансыҡтары, мәҙәни саралар үткәреү өсөн амфитеатр барлыҡҡа киләсәк.
Шулай уҡ Өфө халҡы Башҡортостан етәксеһенә Урмансылар исемендәге паркка аҙ мобилле граждандар өсөн спорт инвентарҙары һорап мөрәжәғәт итте.
Радий Хәбиров республикала парктарҙы модернизациялау дауам ителәсәге тураһында билдәләне.
Әлфинә Килдейәрова



