Сәнәғәт тармағы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградаларына лайыҡ булды


Башҡортостандың сәнәғәт хеҙмәткәре көнө уңайынан Радий Хәбиров тармаҡ алдынғыларын дәүләт наградалары менән бүләкләне. Почет грамотаһы, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙал һәм маҡтаулы исемдәр менән 66 белгестең фиҙаҡәр хеҙмәте билдәләнде. Төбәк етәксеһе уларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, һуңғы өс йылда сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтинда республиканың алдынғы урындарҙа булыуын билдәләне. Индустриаль парк һәм сәнәғәт кластерҙары иҫәбе буйынса ла Башҡортостан лидерҙар рәтендә.

Радий Хәбиров бөгөнгө осорҙа иң мөһим бурыстарҙың береһе - дәүләт оборона заказының яуаплы үтәлешен дә айырым билдәләп үтте. Меңәрләгән тәжрибәле инженер, технолог, конструктор һәм башҡа һөнәр эйәләре юғары технологиялы продукция өҫтөндә эшләй. Тантанала ҡатнашыусыларға килгәндә, хеҙмәт алдынғылары төрлө район-ҡалаларҙан йыйылғайны. Улар араһында электр монтажлаусылар ҙа булды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ