Өфөлә Радий Хәбиров менән Марина Монгуш осрашыуы үтте

Радий Хәбиров «Креатив иҡтисад» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Марина Монгуш менән осрашты. Яҡтар төбәктә креатив индустрия үҫешен тикшерҙе, иҡтисадтың был секторының проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн хеҙмәттәшек тураһында килешеү төҙөнө.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл августа Владимир Путин «Рәсәйҙә креатив индустриялар үҫеше тураһында» федераль законға ҡул ҡуйҙы. Уның маҡсаты - ижади һәм интеллектуаль потенциалды файҙаланыу нигеҙендә үҙмәшғүллек өсөн шарттар тыуҙырыу. Дәүләт башлығы иҡтисадтың креатив индустрия өлөшөн алты процентҡа тиклем арттырыу бурысын ҡуйҙы.

Башҡортостанда был тармаҡ 17 йүнәлеште берләштерә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ