Сара «Салют» балалар реабилитация комплексында уҙҙы. Төбәктә адаптив спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн 5 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы һәм 618 ойошма эшләй. Спорт менән 42 меңдән ашыу инвалид шөғөлләнә.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға реабилитация комплексы буйлап экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар спорт инфраструктураһы, инвалидтар өсөн тыуҙырылған уңайлы мөхит менән яҡындан танышты. Сара сиктәрендә тренерҙарҙы, спортсыларҙы һәм спорт функционерҙарын Башҡортостан спорт министрлығы наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте.



