Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш барышында ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһенә ҡағылышлы һорау бирелде. “Республика етәкселегенең төп маҡсаты – хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу”, - тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров белдереүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡайтҡандан һуң идара итеү системаһында эшләй ала.
Быйыл Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш 6-сы тапҡыр үтте.




