Миграция тураһындағы законды боҙоусылар махсус операция барышында асыҡланған. Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, 24 сит ил кешеһенең тейешле документы булмаған. Уларға ҡарата протокол төҙөлгән. Стәрлетамаҡ ҡала суды ҡарары буйынса 3 сит ил кешеһенә штраф һалынған. 21-е кире тыуған иленә оҙатыла. Әле улар ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырылған.




