Башҡортостан киләһе йылда “Рәсәйҙең әҙәби флагманы” форумын ҡабул итә

Унда ил төбәктәренән белгестәр ҡатнашыуы көтөлә. Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова ошо турала белдерҙе. “Ойоштороусыларға был сараны “Китап байрамы” йәрминкәһе барышында уҙғарырға тәҡдим итттек”, - тине ул. “Ҡотлайым! Китап байрамына ла, “Әйҙә уйнарға” фестиваленә лә әҙерләнергә кәрәк. Уны беҙ яҙға күсергәйнек”, - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Быйыл республика “Рәсәйҙең әҙәби флагманы” конкурсының төп призын алды.

Фото №1 - Башҡортостан киләһе йылда “Рәсәйҙең әҙәби флагманы” форумын ҡабул итә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ