Юрий Михайлович ғаилә ҡиммәттәре һәм традицияларҙы һаҡлау һәм нығытыуға ҙур өлөш индергән кешеләрҙең береһе. Ул Граждандарҙы яҡлау идаралығында кадрҙар бүлеген етәкләй. Отставкалағы полковник. Оҙаҡ йылдар авиация өлкәһендә эшләгән. “Өфөлә илебеҙҙең ғорурлығы булған ғаиләләр күп. Мәҫәлән, Чернавиндар ғаиләһе. Юрий Михайловичтың иң ҙур ҡаҙанышы – уның балалары. Оло улы Денис 319-сы вертолет полкы командиры, Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары кавалеры, Рәсәй Геройы”, - тип белдерҙе баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев. 2023 йылдың йәйендә Денис Чернавиндың вертолеты дошман колонналарын атакаға тота. 17 берәмек бронетехника, шул иҫәптән 5 танк, 7 хәрби машина һәм 50 һалдат юҡ ителә.




