Башҡортостанда Медицина туризмы буйынса координация үҙәге булдырыла

Ул яҡын арала ойошторолорға тейеш. Республика эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында ошо турала белдерҙе. “Медицина туризмы – ҙур мөмкинлектәр тармағы. Уны үҫтереү системалы һәм эҙмә-эҙлекле булырға тейеш. Туризм өлкәһендәге байтаҡ йүнәлештәр буйынса беҙ илдә алдынғылар исемлегендә”, - тине ведомство етәксеһе. “Медицина туризмы медицина һәм иҡтисадты берләштерә. Ул һаулыҡ һаҡлау һәм уға бәйле булған тармаҡтарҙы – фармацевтика, медицина йыһаздары, ресторан, ҡунаҡхана, транспорт бизнесын үҫтерергә булышлыҡ итә”, -тине Зөһрә Гордиенко. Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында ойошторолған фекер алышыуҙар буйынса резолюция ҡабул ителә. Дуҫ илдәр менән медицина туризмын үҫтереү һәм пациенттарҙы Башҡортостан клиникаларына ебәреү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда Медицина туризмы буйынса координация үҙәге булдырыла
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ