Ул киләһе йылдың 1 апрелендә эшләй башларға тейеш. Өфө мэры Ратмир Мәүлиев баш ҡала хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошондай бурыс йөкмәтте. Дөйөм туҡланыу урыны элек мангалдар торған урында була. “Көнсығыш, башҡорт, татар, рус кухняһы аш-һыуҙары булырға тейеш. Кешеләргә һайлап алыу мөмкинлеген булдырыу мөһим. Сауҙа идаралығына етди әҙерләнергә кәрәк. 1 апрелгә майҙансыҡ тулы ҡеүәтенә эшләргә тейеш”, - тине Ратмир Мәүлиев.




