«Башнефть» акционерҙар компанияһы ярҙамында Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында тулыһынса яңыртылған балалар ижады үҙәге асылды. 1973 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан ҙур майҙандағы өҫтәмә белем биреү учреждениеһы «Роснефть» һәм төбәк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы төҙөкләндерелде. Проект барышында бейеү залы, тамаша залы реконструкцияланды, сәхнә йыһазландырылды, заманса йомшаҡ ултырғыстар ҡуйылды, логопед кабинеты һәм башҡа бүлмәләр яңыртылды. Бөтә инженер системалары, ҡыйыҡ, иҙән һәм фасад алмаштырылды. Ике ҡатлы бина хәҙер һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә асыҡ. Территорияны төҙөкләндереү эше 2025 йылдың яҙында дауам итәсәк: яңы асфальт юлдар һалыныуы, сәскә түтәлдәре һәм газондар барлыҡҡа килеүе көтөлә.
Балалар ижады үҙәгендә 860 балаға иҫәпләнгән төрлө йүнәлештәр буйынса 19 ижади берекмә эшләй. Бында конструкция, робототехника һәм программалаштырыу, инглиз теле, йәш эколог, музыка, сәнғәт, театр һәм башҡа түңәрәктәр бар. Үҙәктә балалар өҫтәмә белем ала һәм район, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. «Роснефть компанияһы урындағы төбәктәрҙә уңайлы социаль мөхит булдырыуға айырыуса иғтибар бүлә һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү һәм белем биреү өлкәһендәге башланғыстарҙы иғтибар үҙәгенән ҡалдырмай.





