Башҡортостан полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды


Йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙарҙы оҙатыу тантаналы шарттарҙа «Өфө-Арена»спорт комплексы майҙанында үтте.

Хәрбиҙәр алдында республика Хөкүмәте һәм хәрби комиссариат вәкилдәре сығыш яһаны, уларға изге теләктәрен еткерҙе. Ике аҙна дауамында яугирҙар ғаиләләре менән ял иткән, яҡындарына йорт эштәрендә ярҙамлашҡан. «Шайба» ҡушаматлы яугир иһә кәләшенә тәҡдим яһап, ғаилә ҡорған. Хәрбиҙәр тыуған ерҙән көс алып, йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана. Маҡсаттары - тиҙерәк дошманды тар-мар итеп, Еңеү менән ҡайтыу.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ