Ишембайҙа Әлфиә Әсәҙуллинаның мультимедиялы балалар китабының исем туйы үтте

Кем булырға? Шағирә Әлфиә Әсәҙуллинаның мультимедиялы балалар китабы ошо һорауға яуап бирә. Ишембайҙа ҡушымталы баҫманың исем туйы үтте.

Был Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте сығарған мультимедиялы бишенсе йыйынтыҡ. Унда башҡорт һәм рус телдәрендә 10 һөнәрҙең тасуирламаһы шиғри формала бирелә. Һәр һөнәргә куаркод ҡуйылған. Уны сканерлап, нәшриәттең рәсми сайтында видеоролигын ҡарарға мөмкин.

Осрашыуҙа малай-ҡыҙҙар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо, киләсәктә кем булырға теләүҙәре тураһында һөйләне. Әлфиә Әсәҙуллина балаларға автограф менән китаптар бүләк итте. Шулай уҡ балалар аш-һыу оҫталығын үҫтереүсе оҫталыҡ дәресендә лә ҡатнашты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ