Радий Хәбиров «Тура бәйләнеш» ваҡытында 65 һорауға яуап бирҙе


Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шәхсән хәстәрләгән темаларҙың береһе. Төбәк етәксеһе кисә дүрт сәғәттән ашыу дауам иткән «тура бәйләнеш» барышында алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға, хәрби ветерандарға ҡағылышлы һорауҙарға туҡталды. Байтаҡ мәсьәләләр буйынса Радий Хәбиров оператив хәл итеү юлдарын билдәләне. Йөкмәткеле, һөҙөмтәле әңгәмә барышында Радий Хәбиров республика халҡының, журналистарҙың һәм йәмәғәтселәрҙең 65 һорауына яуап бирҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Махсус хәрби операция башланған осорҙан алып Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеү - өҫтөнлөклө бурыс тип билдәләне. Донбасҡа даими рәүештә гуманитар ярҙам менән юлланған, ватан һаҡсылары менән аралашып торған етәксе булараҡ, Радий Фәрит улы был йүнәлештә күп яҡлы эш алып бара һәм идара итеүсе командаһына махсус хәрби операция мәсьәләләренә айырыуса иғтибарлы булыу талаптарын ҡуя.

Радий Хәбиров ҡарары буйынса алдағы йылдың республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йылы тип иғлан ителеүе лә был йүнәлештә етди эш алып барылыуын дәлилләй. «Тура бәйләнеш» барышында Радий Хәбиров Дондастан хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан ир-егеттәрҙе йәшәгән ерендә эшкә урынлаштырыу, реабилитация менән ярҙам итеү һорауҙарына туҡталды.

Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, тура бәйләнеш барышында ҡабул ителгән һорауҙарҙың байтаҡ өлөшө ошонда уҡ хәл ителде. Республика Хәрби комиссариаты бинаһында пандустар юҡ - алғы һыҙыҡта ҡаты яраланған яугирҙарға икенсе ҡатта урынлашҡан хәрби-медицина экспертизаһы бүлегенә инеү еңелдән түгел. Радий Хәбиров был мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә ҡушты.

Башҡортостан башлығы менән «Тура бәйләнеш» барышында Радий Хәбиров республика халҡының, журналистарҙың һәм йәмәғәтселәрҙең 65 һорауына яуап бирҙе. Республика башлығы исеменә барлығы 9 меңгә яҡын һорау һәм мөрәжәғәт килгән. Политологтар һәм эксперттар әйтеүенсә, һорауҙарҙың күп булыуы халыҡтың Радий Хәбировҡа һәм уның командаһына ышанысын иҫбатлай.

Район-ҡалаларҙан килгән һорауҙар башлыса торлаҡ -коммуналь хужалыҡ, социаль объекттарҙы төҙөкләндереү һәм юлдарҙы тәртипкә килтереүгә ҡағылышлы. 2025 йылда Башҡортостанда 483 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш ваҡытында Саҡмағош районы Рапат ауылында яңы фап төҙөү үтенесенә яуап итеп белдерҙе. Төбәк етәксеһе объектты киләһе йыл планына индерергә ҡушты һәм алдағы биш йылда республикала федераль финанслау иҫәбенә тағы ла 400-500 медицина пунктын яңыртыу күҙалланыуы тураһында әйтте. Тура бәйләнеш ваҡытында шулай уҡ Өфө районының Чесноковка һәм Булгаков ауылдарында табип амбулаториялары төҙөү тураһында һорау ҙа ыңғай яуап алды, Башҡортостан башлығы был тәҡдимде хуплап, мәсьәләне хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

Флорида Ким

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ