Өфөнөң Октябрь районы суды дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәре лә зыян күргән үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепләнеүсе водителгә ҡарата яза сараһын билдәләне.
Ул ҡулға алынды һәм СИЗО-ға ебәрелә. Судта ир бәләкәй ҡыҙы барлығы хаҡында әйтеп, йомшағыраҡ яза биреүҙәрен үтенә, ултырыш башланыр алдынан уҡ ҡылған ғәмәленә үкенес белдерә.
Фажиғә кисә кис теркәлгән. Эскән килеш рулгә ултырған 37 йәшлек Владимир Сиротин юл-транспорт ваҡиғаһы урынын урап үтергә маташҡанда ҡаршы һыҙатҡа сығып китеп, унда «Ниссан Тирано» автомашинаһы менән бәрелешә. Һуңынан уның транспорт сараһы яҡында торған юл-патруль хеҙмәте инспекторы, «Рено» һәм «Шкода» автомобилдәре водителдәре һәм эвакуаторҙы бәрҙерә.



