Өфөнөң Көрәш һарайында Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы дауам итә


Бөгөн уның сиктәрендә 10-сы Бөтә Рәсәй юридик форумы үтте. Баш ҡалабыҙ илебеҙҙең юриспруденцияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалимдар, хоҡуҡ белгестәрен, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәрен ҡабул итте. Эшлекле сара барышында урындағы үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлегенә бәйле һорауҙар ҡаралды. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Кисә һөнәри байрамын билдәләгән юристар бөгөн бер майҙансыҡҡа йыйылды. Йыл башынан Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе 9 меңдән ашыу кешегә бушлай консультация үткәргән. Халыҡ, башлыса, көнүҙәк һорауҙар - торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре, ер һәм ғаилә бәхәстәренә бәйле мәсьәләләр менән мөрәжәғәт иткән. Уларға кәңәштәр биреүҙән тыш, ҡайһы бер граждандарҙың хоҡуҡтары, федераль законға ярашлы, судта яҡланған. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү - төп бурыстарҙың береһе, ти ассоциацияның Башҡортостан бүлексәһе рәйесе.


Беҙҙең эксперттар, юристар даими рәүештә «Ватан һаҡсылары» фондында консультациялар үткәрә. Хоҡуҡ күҙлегенән ҡарағанда, ассоциация был йүнәлештә юридик ярҙам буйынса берҙән-бер партнер булып тора. Быйыл ғына беҙ махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына меңдән ашыу бушлай юридик ярҙам күрһәтә алдыҡ. Был эшкә яуаплы ҡараған һәр юристҡа рәхмәт белдерәм.

Ирина Панькина, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты

Эшлекле сараға пленар ултырыш старт бирҙе. Юбилей форумының төп темаһы - урындағы үҙидара органдарын формалаштырыу һәм компетенциялау принциптары тураһында һөйләшеү. 2020 йылда Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр ҡабул ителгән саҡта «берҙәм асыҡ власть системаһы» тигән төшөнсә индерелгәйне. Киләһе этапта был төшөнсәне нығытыу өсөн закон проекттарын ҡабул итеү бурысы тора. Пленар ултырыш барышында Дәүләт Думаһының икенсе ултырышында ҡараласаҡ федераль ҡануни проекттың нескәлектәре менән таныштырҙылар.

Башҡортостанда урындағы үҙидара системаһын үҫтереү буйынса закон проекттары даими рәүештә тәҡдим ителеп тора. Мәҫәлән, ауыл старостаһы институты республикала илдә тәүгеләрҙән булдырылды.


Башҡортостандың хоҡуҡи киңлеге бөтә илдә өлгө булһын өсөн көрәшәбеҙ. Был эштең һөҙөмтәһе башҡа төбәктәргә лә файҙалы буласаҡ. Ә иң мөһиме, беҙҙең граждандар өсөн отошло.)

Андрей Назаров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы

10-сы Бөтә Рәсәй Юридик форумы дәүләт менән бизнес араһындағы көнүҙәк һорауҙарҙы тикшереү майҙансығы ла. Сарала ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашыу, яңы партнерҙар табыу һәм үҫеш перспективаларын тикшереү маҡсатында йыйылған.

Йылдағыса, эшҡыуарлыҡ аҙналығы иҡтисад, экспорт, инновация һәм инвестициялар өлкәләренә бәйле мәсьәләләрҙе тикшереүгә лә йүнәлтелде. Юридик форум барышында «Бизнес һаҡсыһы» наградаһын тапшырыу тантанаһы, сәйәсмәндәр мәктәбе ултырышы үтте. Шулай уҡ бизнесты алып барыуҙа алдынғы тәжрибәләр ҡаралды. Бөтә Рәсәй форумы «Йыл юрисы» премияһын тапшырыу менән тамамланды. Награда Рәсәй Президенты тарафынан 2009 йылда булдырылғайны.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ