Туймазы судының тарихы: архив, ҡағыҙҙар һәм яҙмыштар


Улар тәртип һағында тора. Ошо аҙнала һөнәри байрамын билдәләгән юристар сафында судьялар ғына түгел, тиҫтәләгән башҡа һөнәр эйәләре лә бар. Әйтәйек, Туймазы район-ара судында үҙ һөнәренә ярты быуат тоғро суд сәркәтибе эшләй. Ошо һәм башҡа геройҙар тураһында киләһе яҙмала.

Бөхтә кейем - федераль судьяға ҡарата төп талаптарҙың береһе. Сөнки судья - тәртип һаҡсыһы, ә мантия - дәүләт власы символы. Федераль судья булып ун йылға яҡын эшләгән Айгөл Шәрипҡолова был турала яҡшы белә. Тәүҙә ул ҡануниәт өлкәһендә уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнә. Һуңынан, теориянан практикаға күсә. Тәңге үткәргән суды ла хәтерендә: үлемесле юл фажиғәһе. Авариялар, бәлиғ булмағандарҙы хөкөм итеү психологик яҡтан иң ҡатмарлы эш, ти судья.

Ҡануниәт тәртибен судьялар ғына түгел, системалағы башҡа һөнәр вәкилдәре лә тәьмин итә. Әйтәйек, суд ултырыштар сәркәтибе, дөйөм күҙаллауҙар буйынса, суд барышын ҡағыҙға теркәү менән генә шөғөлләнмәй. Судҡа саҡырыуҙар ебәреү, яҡтарҙан документтар туплау ҙа уның өҫтөндә.

Ябылған бөтә эштәр ҙә архивҡа оҙатыла. Туймазы район-ара суды архивында үткән быуаттың 60-сы йылдарынан алып суд ултырыштары ҡағыҙҙары һаҡлана. Улар ҡулдан яҙылған. Ә эштәрҙең күп өлөшө, һаҡлау ваҡыты үткәс, юҡ ителә.

Туймазы район-ара суды ҡала, район һәм күрше Шаран районын хеҙмәтләндерә. Бөгөн штатта 39 хеҙмәткәр иҫәпләнә, уларҙың 11-е федераль судьялар. Ойошмала ярты быуат дауамында фемидаға хеҙмәт итеүселәр ҙә бар.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ