Башҡортостанда Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы башланды


«Бизнес аҙналығы» сиктәрендә ойошторолған сарала 35 ил вәкилдәре ҡатнаша. Уның барышында 30 миллиард һумдан ашыу инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүҙәр төҙөләсәк.

Власть органдары вәкилдәре, эшҡыуарҙар, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бер майҙанда бизнес проекттарҙы тормошҡа ашырыу, төбәк иҡтисадын үҫтереү һорауҙары буйынса тәжрибә уртаҡлашып фекер алышасаҡ.

Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы 2015 йылдан Ҡырым республикаһында ойошторола. Быйыл күләмле сараны Өфөлә уҙғарыу тәҡдиме осраҡлы һайланмаған. Махсус хәрби операция менән бәйле Ҡырымда форум уҙғарыу хәүефһеҙлек һәм логистика күҙлегенән сикләнә. Өфө халыҡ-ара кимәлдә эшлекле сараларҙы ойоштороу буйынса Рәсәйҙә алдынғы ҡалалар исемлегендә. Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы Башҡортостан менән Ҡырым республикаһының эшлекле мөнәсәбәттәрен тағы ла нығытып яңы проекттарға нигеҙ һалыр тип күҙаллана.


Форум сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашам. Ил киләсәге өсөн бик етди темалар буйынса фекер алыштыҡ. Демографияға арналаған сессияла эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны. Мигранттар ғаиләләре менән күсеп килеп, эш урынында оҙаҡ эшләгәндә хеҙмәт баҙарында тәртип буласаҡ. Әле улар ваҡытлыса эшкә килеп , аҡса эшләп үҙҙәренең тыуған яғына ҡайтып-китеп йөрөй.

Яна Скрябина, Иҡтисад фәндәре кандидаты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ