Асҡар-Аэропорт юлында махсус транспорт сараһының 50 йәшлек водителе идара итеү һәләтен юғалтҡван. Аварияла водитель һәм уның пассажиры - 24 йәшлек фельдшер зыян күрә. Улар икеһе лә дауаханаға оҙатыла. Шофер дауахананың хирургия бүлегендә, ә фельдшерға район дауаханаһы табиптары ярҙам күрһәтә. Бригада Ҡушый ауылына саҡырыуға китеп барған булған.



