Бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙең бер төркөмө юлға сыҡты. Оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Башҡортостан башлығы исеменән яугирҙарға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов мөрәжәғәт итте. «Бөгөн бөтә ил һеҙҙең менән ғорурлана. Алғы һыҙыҡта булған саҡта ғаиләләрегеҙ ышаныслы ҡулдарҙа», тине вице-премьер. Республика даими рәүештә махсус хәрби операция биләмәһенә адреслы ярҙам ебәрә, кәрәкле бөтә әйберҙәр менән тәьмин итә. Ватан һаҡсылары әйтеүенсә, ике аҙналыҡ отпуск бик тиҙ үткән. Шулай ҙа улар өйҙә яҡындары менән аралашып та, йорт тирәһендә ярҙам итеп тә, ял итергә лә өлгөргән.



