Ул Ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған хәрбиҙәр иҫтәлегенә 2014 йылдан ойошторола. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған Мырҙағол Әхмәтовтың һөйәктәре туғандарына тапшырылды. Шаран районы Саҡты ауылында тыуған яугирҙың ҡалдыҡтары Псков өлкәһендә табылған. Эҙәрмәндәр совет һалдатының шәхесен медальон буйынса асыҡлаған. Шунда уҡ туғандарын да тапҡан. Башҡортостанда геройҙың яҡындары күп йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кинйә ҡыҙына атаһының ҡайтыуын көтөп алырға насип булмай. Ул быйыл сентябрҙә вафат булған.



