Башҡортостанда Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы үтте


«Бизнес аҙналығы» буйынса ойошторолған сарала 35 ил делегацияһы ҡатнашты. Власть органдары вәкилдәре, эшҡыуарҙар, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бер майҙанда бизнес проекттарҙы тормошҡа ашырыу, төбәк иҡтисадын үҫтереү һорауҙары буйынса тәжрибә уртаҡлашты, фекер алышты. Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы 2015 йылдан Ҡырым республикаһында ойошторола. Быйыл уны Өфөлә уҙғарыу тәҡдиме осраҡлы һайланмаған. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Рәсәйҙә уҙғарылған иң ҙур иҡтисади сараларҙың береһе - Ялта халыҡ-ара форумы Өфөлә үтте. Власть һәм бизнес йәмәғәтселеген , иҡтисад тармағы белгестәрен берләштергән сарала тиҫтәләгән млрд һумға иҫәпләнгән инвестиция проекттарына ҡул ҡуйылды . Республика башлығы Радий Хәбиров 35 төбәктән йыйылған ҡатнашыусыларҙы сәләмләп , Ҡырым менән Башҡортостандың эшлекле мөнәсәбәттәренә туҡталды.

Халыҡ-ара форумдың пленар ултырышы яңы иҡтисади шарттарҙа үҫеш темаһына арналды. Көнбайыш санкцияларын иҫәпкә алып илдә төҙөлөш, сәнәғәт , ауыл хужалығы тармаҡтарын үҫтереү , финанстар системаһын һанлаштырыу , төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытып уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды .

Ялта форумы Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғандан һуң ойошторола башлаған иң ҙур һәм әһәмиәтле иҡтисади сараларҙың береһе. Һуңғы биш йылда Башҡортостан Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумын ойоштороусы төбәктәр исемлегендә. Ҡырым республикаһы башлығы Сергей Аксенов видеобәйләнеш аша Өфөлә форумды ойоштороусыларға оло рәхмәтен еткерҙе.

Башҡортостан Ҡырым республикаһына даими ярҙам күрһәтә. Белогорск районы беҙҙең республика тарафынан шефлыҡҡа алынған. Хеҙмәттәшлек сиктәрендә студенттар урындағы вуздарҙа белем ала , мәҙәни саралар ойошторола. Быйыл Евпаторияла «Юбилейный» балалар шифаханаһы төҙөлә. Проект Башҡортостан балаларына Ҡырымда ял итергә мөмкинлек бирәсәк. Өфөлә үткән Ялта халыҡ-ара иҡтисад форумы тағы ла яңы проекттарға юл асты.

Флорида Ким

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ