«Улар беҙгә кәрәк». Радий Хәбиров «Тура бәйләнеш» барышында республикала мигранттар эшмәкәрлегенә сикләү индереү ихтыяжы юҡлығы тураһында белдерҙе. Башҡортостан башлығы фекеренсә, сит ил граждандары иҡтисад өсөн, атап әйткәндә, төҙөлөш өлкәһендә кәрәк. Мигранттарҙың аҡса эшләргә теләүҙәре ыңғай күренеш, тик ҡытыршылыҡтар ҙа юҡ түгел.
Нисек кенә булмаһын, ихтыяж бар. Мигрантарҙың аҡса эшләргә теләүе насар түгел, тип белдерҙе тура бәйләнеш барышында Башҡортостан башлығы. Башҡа төбәктәрҙән айырмалы, республикала күсеп килгән эшсе ҡулдарға бәйле мәсьәлә киҫкен түгел. Тик һәр нәмәлә лә тәртип кәрәк. Сит ил граждандары күплеге урындағы халыҡҡа баҫым яһай башлағанда, низағ барлыҡҡа килә. Ундай хәл булмаҫҡа тейеш.
Башҡортостан - күп милләтле халыҡ, уларҙың һаны буйынса республика илдә алдынғы урында. Мигранттар эшмәкәрлеге тәртибен төбәктә көс структураларынан башҡа, Халыҡтар дуҫлығы йорто тәьмин итә. Ойошмала 40-ҡа яҡын милли-мәҙәни үҙәк теркәлгән. Даими рәүештә мәҙәни саралар, экстремизмға ҡаршы түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Сит ил студенттары менән бәйләнеш яйға һалынған.
Эшсе ҡулдар менән бәйләнеш диаспора етәкселәре аша ҡоролған. Мигранттар өсөн халыҡтар дуҫлығы йортонда рус телен өйрәтеү, документтарҙы дөрөҫ юллау кеүек темаларға дәрестәр үтә. Башҡортостан башлығы белдереүенсә лә, мигранттар төрлө була, һәм халыҡтар бер-береһен ихтирам иткән осраҡта, үҙ-ара тотороҡлоҡ һаҡлана.
Рәзилә Ғилметдинова




