Радий Хәбиров Рәсәйҙең Социаль фонды рәйесе Сергей Чирков менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Социаль фонды рәйесе Сергей Чирков менән осрашты. Яҡтар фондтың төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеген тикшерҙе һәм социаль өлкә проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен - аналитик һәм статистик мәғлүмәт алмашыуҙы, эш кәңәшмәләрен ойоштороуҙы, көнүҙәк социаль мәсьәләләр буйынса үҙ-ара ярҙам күрһәтеүҙе нығыта.

Радий Хәбиров төбәктең реабилитация ҡорамалдары етештереү өлкәһендә ҙур потенциалға эйә булыуын билдәләне. Республикала ошондай изделиелар етештереү менән шөғөлләнгән предприятиеларға ярҙам итеү программаһын ғәмәлгә ашырған. Ул сеймал, шул иҫәптән металл һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға йыл һайын 50 процентҡа тиклем субсидия биреүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын ошо маҡсатта 20-30 миллион һум самаһы аҡса бүленә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ