Өфөлә производствола ҡазаланыусыларға машиналар бирелде


8 кешегә асҡыстарҙы Башҡортостанға эшлекле сәфәре барышында Рәсәйҙең Социаль фонды рәйесе Сергей Чирков тапшырҙы. Йәмғеһе йыл дауамында Социаль фонд һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 58 гражданды транспорт менән тәьмин иткән. Машинаның файҙаланыу ваҡыты - 7 йыл, ошо ваҡыттан һуң уны яңыһына алмаштырырға була. Автомобилдәр яңы хужаның физик мөмкинлектәренә ҡулайлаштырып йыһазландырылған.

Быйыл социаль транспортты һатып алыу өсөн дәүләт бюджетынан 70 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Автомобиль бүлеүҙән тыш, производствола йәрәхәтләнеүселәр страховка түләүҙәренә, протез, дарыу алыуға, шифаханала ял итеүгә дәғүә итә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ