Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. Күрһәткес уҙған йылдағынан 25 процентҡа юғарыраҡ була. Волга буйы федераль округында был һан уртаса 8 процент ҡына. Күп кенә мәсьәләләр, бигерәк тә социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа эре компаниялар ярҙам итә. Әйткәндәй, Радий Хәбиров Башҡорт сода компанияһы акцияларынан ҡолаҡ ҡаға тигән хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа кәңәш итте.




