Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам - өҫтөнлөклө бурыс

“Тура бәйләнеш” барышында Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан ир-егеттәр йәшәгән төбәктәрҙә эшкә урынлаштырыу, реабилитация менән ярҙам итеү мәсьәләләренә туҡталды. Башҡортостан башлығы  ҡарары менән киләһе йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йылы тип иғлан ителеүе лә был йүнәлештә етди эш алып барылыуын дәлилләй, ти махсус хәрби операция ветераны, Шайморатов ордены кавалеры Оскар Ситдиков.  

Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам - өҫтөнлөклө бурыс

  Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, тура бәйләнеш барышында ҡабул ителгән һорауҙарҙың байтағы  хәл ителде. Республика Хәрби комиссариаты бинаһында пандустар юҡлығы асыҡланды - ҡаты яраланған яугирҙарға икенсе ҡаттағы хәрби-медицина экспертизаһы бүлегенә инеү ауыр. Радий Хәбиров был мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә ҡушты.

Фото №1 - Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам - өҫтөнлөклө бурыс
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ