Башҡортостан һәм Вьетнам араһында хеҙмәттәшлек үҫешә

Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров был дәүләттең Екатеринбургтағы генераль консуллығы делегацияһы менән осрашты. - Башҡортостан һәм Вьетнам араһында дуҫтарса һәм ышаныслы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре урынлашҡан. Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек алып барыла, - тине Андрей Назаров. Быйыл туғыҙ айҙа ике арала тауар әйләнеше 2 миллион 300 мең доллар булған. Химия сәнәғәте, ҡорамалдар, ауыл хужалығы продукцияһы һатылған. Вьетнамдан тире-күн әйберҙәр, туҡыма һәм башҡа тауар алынған.

Фото №1 - Башҡортостан һәм Вьетнам араһында хеҙмәттәшлек үҫешә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ