Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш барышында уның отставкаға китеүе хаҡында хәбәрҙәр йөрөүе әйтелде. “Эшкә килеүемдең икенсе көнөндә ундай һүҙ таралды. Бындай яңылыҡтарға ышанмаҫҡа кәрәк. Улар республикалағы хәлде ҡаҡшатыу өсөн уйлап табыла”, - тине республика етәксеһе. “Бөгөн иһә халыҡты алдаған мутлашыусылар тураһында һөйләү мөһим”, - тине ул.
Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала йәшәүселәр көн һайын аферистарҙың иҫәбенә бер нисә миллион һум аҡса күсерә. Полиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бындай енәйәттәрҙе асыҡлау үтә ауырға төшә.




