Бөрйән районы умартасыһы Вадим Сәйфетдинов Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында башҡорт бал ҡортоноң популяцияһын кәметкән сирле ҡорттарҙы башҡа төбәктәрҙән контролһеҙ индереүгә юл ҡуймау буйынса саралар күреүен һораны. “Көньяҡ төбәктәрҙән бал ҡорто пакеттарын килтереп, һуңынан башҡорт балы тип һатыуҙарын беләм. Антибиотиктар ҙа ҡулланалар. Беҙҙең ветеринария хеҙмәттәре ошо хаҡта белә һәм сара күрә”, – тине Радий Хәбиров.
Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов быйыл хөкүмәт бойороғо буйынса бал ҡорттарын законһыҙ индереүгә юл ҡуймау операцияһы уҙғарылыуы тураһында белдерҙе.




