Республика Башлығы менән тура бәйләнеш барышында ошо турала белдерелде. Радий Хәбиров Саҡмағош районы Рапат ауылы халҡының һорауына шулай тип яуап ҡайтарҙы.
Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә Өфө районы Чесноковка ауылы халҡы фельдшер-акушер пункты һорап мөрәжәғәт итте. Республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау министрлығына был мәсьәләне хәл итергә ҡушты.




