Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә 9 мең ярымдан ашыу ашыу мөрәжәғәт килгән


Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә 9 мең ярымдан ашыу ашыу мөрәжәғәт килгән, шул иҫәптән 290-ы видеоформатта. Был хаҡта төбәк етәксеһенең социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Дмитрий Черенков хәбәр итте. Әле ҡабул ителгән һорауҙарҙы эшкәртеү дауам итә. Уларҙың барыһы ла проблемалар тураһында ғына түгел, рәхмәт һәм теләктәр ҙә байтаҡ. Айырыуса табиптарға һәм уҡытыусыларға йылы һүҙҙәр күп, - тип билдәләне Дмитрий Черенков. Ул билдәләүенсә, һорауҙарҙың төп өлөшө Telegram мессенджерында чат-бот аша килгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш 4 сәғәттән ашыу барҙы. Радий Хәбиров республика халҡының, журналистарҙың һәм йәмәғәтселәрҙең 65 һорауына яуап бирҙе. Ҡалған мөрәжәғәттәрҙең һәр береһе тикшерелеп, яуап биреләсәк тип вәғәҙәләне төбәк етәксеһе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ