Бөрөлә иҫерек водитель дәүләт автоинспекторҙарынан ҡасырға маташҡан


Төнгө рейд ваҡытында юл-партруль хеҙмәте инспекторҙары «Шевроле Авео» автомобилен туҡтатырға уйлай, әммә рулдәге ир газға баҫа. Эҙәрлекләү барышында ул юл полицияһы хеҙмәткәрҙәренең талаптарына бер нисек тә яуап бирмәй. Боролоштарҙың береһендә транспорт хужаһы идара итеү һәләтен юғалтып ҡоймаға бәрелә. Ҡасырға маташҡан водитель ҡулға алына. Уға бер нисә административ материал төҙөлә, автомобиле махсус туҡталҡаға оҙатыла. Алкотестер руль хужаһының эскән булыуын күрһәтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ