Юбилей датаһына арналған тантананы төбәктең мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова асты. Башҡортостан сәнғәтенә һәм театр үҫешендә ҙур өлөш индергән берҙәм коллективҡа дәүләт наградалары тапшырылды. Ҡотлау өлөшөнән һуң баш режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштергән Ҡара йөҙҙәр» спектакле күрһәтелде
Театрға 1919 йылдың 4 декабрендә Стәрлетамаҡта нигеҙ һалына. Күп йыллыҡ тарих эсендә бихисап спектаклдәр ҡуйыла, улар республика театр сәнғәтенең «алтын фонды»на индерелә. Ижади коллектив республика ғына түгел, сит ил тамашасыларын да яңынан-яңы тамашалары менән һөйөндөрә.



