Көс һәм ҡаһарманлыҡ бәйгеһе. Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә милли көрәш буйынса район беренселеге уҙҙы. Турнир махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙарҙың яҡты иҫтәлегенә арналды.
Махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса район беренселегенә уҙғарылған турнирға ауылдарҙан 10 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге 100-ҙән ашыу үҫмер көрәшсе ҡатнашты. Улар кәүҙә ауырлығына ҡарап 18 категорияға бүленде.
Районда был милли спорт төрөнә айырым иғтибар бүленә, йыл дауамында бер-нисә турнир ойошторола. Республика йыйылма командаһынала Баймаҡ көрәшселәре ингән. Улар араһында араһында Рәсәй, Башҡортостан буйынса чемпион титулына эйә булған спортсылар ҙа бар.
Яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлегенә уҙғарылған турнир йәш быуында патриотик рух тәрбиәләй. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булған яҡташтарыбыҙ менән ғорурланып, көрәшселәр үҙҙәренең көстәрен, еңеүгә булған ынтылыштарын күрһәтте.
Раушания Рәхимова



