2030 йылға Башҡортостан сит илдәр менән бәйләнештәрҙе ике тапҡырға арттырырға ниәтләй


Башҡортостанда төрөк көнбағыштарын үҫтереү мөмкинлектәре Өфөлә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡаралды. Бөгөн форумдың һуңғы көнөндә республика Танзания вәкилдәре менән дә осрашты. Улар март айында беренсе бизнес-миссия менән килеүе көтөлә. Логистика, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек һәм креатив туризм кеүек тармаҡтар айырым секция ултырыштарында тикшерелде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Республика аграрийҙары быйылғы мул уңышҡа һөйөнә. Айырыуса, майлы культураларҙан көнбағыш ярты миллион тоннанан ашыу урылған. Башҡортостан өсөн генә түгел, ул ил иҡтисады өсөн мөһим ҡала. Рәсәй менән дуҫ сит илдәр ҙә ҡыҙыҡһыныуын белдерә. Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Төркиә беҙҙең уңдырышлы тупраҡта майлы культураны үҫтереү мөмкинлектәрен барланы.


Әбйәлил районында бер нисә сорт көнбағыш һынау үтте. Бер сорт рекордлы уңыш бирҙе. Орлоҡ материалы дөрөҫ һайланған. Башҡортостанда климаты матур, уңдырышлы ерҙәр күп, эшһөйәр кешеләр, ауыл хужалығы үҫешкән. Шуға ла беҙ һеҙҙең тәжрибә ярҙамында оҙайлы киләсәккә эшләрбеҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Ҡадир Хан Текжан, «Tekcan Tohumculuk» төрөк орлоҡсолоҡ компанияһы генераль директоры

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында республиканың иң яҡшы иҡтисадсылары ла тәбрикләнде. Дәүләт наградаларын Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров тапшырҙы. Тантанала Республика Хөкүмәте етәксеһе, хәҙерге ҡатмарлы заман шарттарында ил үҫеше тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалырға тырышҡан иҡтисадсыларға айырым рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығының һуңғы көнөндә республика шулай уҡ Танзания вәкилдәре менән дә осрашты. Бөгөн был илдә эшләгән Рәсәйҙең 20 компанияһы араһында ике Башҡортостан предприятиеһы ла бар. Хеҙмәттәшлекте тағы ла киңәйтеү маҡсатында Танзания етәкселеренең беренсе эш сәфәре менән киләһе йылдың мартында килеүе көтөлә. Ә теүәл бер айҙан Башҡортостан Танзанияның футбол командаһының ҡаршы аласаҡ. Евразия һәм Африка халыҡтары ассамблеяһы вәкиллеге йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышында иһә иҡтисади үҫеш локомотивы булған өс йүнәлеште - логистика, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек һәм креатив туризмды ҡараны.

2030 йылға тиклем Башҡортостан дуҫ сит илдәр менән хеҙмәттәшлек итеүҙе ике тапҡырға тиклем арттырыу маҡсатын ҡуя. Бөгөн республика Беларус, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай һәм Берләшкән Ғәрәп әмирлектәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Киләсәктә сит илдәрҙә республика сауҙа йорто һәм логистик үҙәк асыу маҡсаты ҡарала. Халыҡ-ара бизнес аҙналыҡ ошо һәм башҡа тармаҡтарҙы үҫтереүгә нигеҙ булып торҙо ла инде.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ