Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле 54 мең 512 тауыш йыйған

Был бөгөн киске сәғәт 6-ға алынған мәғлүмәт. Әммә Рәсәй банкы иғлан иткән конкурста еңеү яулау өсөн был ғына етмәй. Сөнки тиҙ йөрөшлө «Метеор» теплоходы яҡынса 5 меңгә күберәк тауыш йыйып беренсе урынды биләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Үҙәк банк сайтында яңыртылған мең һумлыҡ купюрала һүрәт һайлау буйынса тауыш биреү бара. Асыҡ конкурста Волга буйы федераль округының 25 мөһим объекты ҡатнаша. Улар араһында башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев һәйкәле лә бар.

Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, һәр ҡатнашыусы бер генә объектты һайлай ала. Иң күп тауыш йыйған символды Рәсәй Банкы һәм Дәүләт Тамғаһы рәссамдары мең һумлыҡ купюраның композицияһын эшләгәндә ҡулланасаҡ. Банкнотаның йомғаҡлау дизайнын Рәсәй банкының директорҙар Советы раҫлай. Тауыш биреү 12 декабрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә тамамлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ