Юбилярҙың йәшлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Ғәйфә Әхмәтғарип ҡыҙы тәүҙә колхозда, һуғыш тамамаланғас Өфө заводтарында, тимер юлында эшләй. Юбиляр менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Ғәйфә Шәрифуллина яҡындарынан - балалары, ейәне һәм игеҙәк бүләсәләренән ҡотлауҙар ҡабул итә. Сәбәбе үтә лә ҡыуаныслы. Бөгөн ул 100 йәшен ҡаршылай.
Ғәйфә Әхмәтғарип ҡыҙы бынан бер быуат элек Дүртөйлө районының Гөблөкөсөк ауылында тәүге бала булып донъяға килә. Үҙенән һуң, тағы 7 ҡыҙ һәм малай тыуа. Юбилярҙың йәшлек осоро Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Ҡыҙ колхозда, һуңынан Өфөгә күсеп, «Химпром» фабрикаһында, тимер юлында, «Маслопром» тресында һәм лак-буяу заводында эшләй. Дөйөм хеҙмәт стажы 40 йылдан ашыу. 1953 йылда ғаилә ҡороп, тормош иптәше менән 3 бала - ҡыҙ һәм ике улға ғүмер бүләк итәләр. Ғәйфә ханым оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йыл һайын тыуған йортона ҡайтып баҡса үҫтерә.
Юбилярға Ил президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаттарын тапшырҙылар. Шулай уҡ Өфө мэры һәм Ленин районы хакимиәте башлығы бүләктәрен дә алды. Ҡунаҡтар теүәл бер йылдан һуң икенсе йөҙйыллыҡтың тәүге йәшен ҡаршыларға һөйләште. Иң мөһиме иҫән-һау булайыҡ тигән теләктәр яңғыраны.
Әлфинә Килдейәрова



