Өфөләге 2-се Республика клиник дауаханаһы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй


Байрам сараһы Башҡорт дәүләл академия Опера һәм балет театрында үтте. Медицина хеҙмәткәрҙәре коллективын Радий Хәбиров ҡотлап, бер төркөм табиптарға наградалар тапшырҙы. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Бер нисә сәғәткә аҡ халаттарын байрамса кейемгә алмаштырып, 2-се Республика клиник дауаханаһы табиптары Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрына йыйылған. Башҡортостанда бынан 75 йыл элек махсуслашҡан медицина учреждениеһын асыу тураһындағы ҡарар ҡабул ителә. Әлеге көндә клиника структураһында көнөнә 600 кешегә иҫәпләнгән күп профилле амбулатор-поликлиника селтәре, стационар һәм дауалау-диагностика хеҙмәте бар. Амбулатор ярҙам 25 йүнәлеш буйынса күрһәтелә.

Дауахана дәүләт власы хеҙмәткәрҙәренә, вазифалы кешеләргә, республика учреждениелары, ведомстволары етәкселәренә медицина хеҙмәттәре күрһәтеү маҡсатында асыла. Клиниканы юбилейы менән Башҡортостан башлығы ла ҡотланы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, медицина ойошмаһы 75 йыл эсендә ҙур булмаған ведомство поликлиникаһынан алып республиканың алдынғы дауалау учреждениеларының береһенә әйләнгән.

Коронавирус инфекцияһы, илдәге эпидемиологик хәл 2-се Республика клиник дауаханаһын да урап үтмәй. Медицина ойошмаһы нигеҙендә 34 урынға иҫәпләнгән инфекция госпитале асыла, табиптар үҙ эшенә тоғро ҡалып, ал-ял белмәй вирус менән көрәшә. Дауахна коллективы махсус хәрби операциянан да ситтә ҡалмай. Гуманитар ылау туплауҙан тыш, табиптар алғы һыҙыҡта беҙҙең һалдтатарға ярҙам күрһәтә.

Юбилей сараһында медицина тармағында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бер төркөм табиптар айырым билдәләнде. Уларға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы, диплом һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. 2-се Республика клиник дауаханаһының өс хеҙмәткәре республиканың атҡаҙанған табибы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.


Беҙҙең эш республика, ил кимәлендә күренмәйҙер ҙә. Әммә дауахана сәғәт кеүек, бер механизм булып эшләй, тип әйтә алам. Беҙгә ниндәй генә дәрәжәлә булған кешеләр килһә лә, тәү сиратта, улар пациент, тимәк, хаталанырға хаҡыбыҙ юҡ.

Илдар Шәйбәков, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, 2-се Республика клиник дауаханаһының терапия бүлеге мөдире

Әлфинә Килдейәрова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ