Өфөлә «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Гүзәлкәй» республика конкурсы уҙҙы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» телекомпанияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған бәйге Ғаилә йылы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылына арналды.
«Гүзәлкәй» конкурсы ул ысын ижад, матурлыҡ һәм илһам байрамы. Бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙар вокал, хореография, әҙәби уҡыу, милли костюмдар буйынса һәләтен күрһәтте, ғаилә рецептары менән таныштырҙы. Сығыштар ижади конкурстар менән үрелеп барҙы. «Тамашасы һөйөүе» номинацияһы еңеүсеһе айырым билдәләнде.



