“Беҙ ябай булмаған осорҙа – батырҙар дәүерендә йәшәйбеҙ. Башҡалар өсөн йәшәгән кешеләр бар. Улар Тыуған илде һаҡлай, Ватаныбыҙ өсөн һәләк була”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Махсус хәрби операция барышында республиканан 12 яугир Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың араһында үлгәндән һуң ошо наградаға күрһәтелгәндәр бар. Махсус хәрби операция биләмәһендә бурысын намыҫ менән үтәгән ир-егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәм. Улар 80 йыл элек донъяны фашизмдан азат иткән ҡаһарман олаталарының лайыҡлы дауамы. Һәр яугир алдында баш эйәм. Уларҙың батырлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ”, - тигән Радий Хәбиров.




