Өфөлә геройҙарҙы иҫкә алдылар

Бөгөн Ватан геройҙары көнө. Ошо уңайҙан Өфөлә сәскә һалыу тантанаһы үтте. Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров республиканың күп милләтле халҡы исеменән Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Башҡортостан хөкүмәте ағзалары һәм хәрбиҙәр баш ҡаланың Еңеү парында булды. Улар Мәңгелек утҡа сәскә һалды. Сарала йәш армиясылар, кадеттар, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернат уҡыусылары ҡатнашты.  Улар Александр Матросов һәм  Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға хөрмәт белдерҙе. Батырҙар һәйкәленә сәскә һалды.

Фото №1 - Өфөлә геройҙарҙы  иҫкә  алдылар
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ