Туймазы ҡалаһында 3 үҫмер аварияға осраған, уларҙың береһе һәләк булған

Юл-транспорт ваҡиғаһы Фабрика урамында теркәлә - ВАЗ автомобиле юлдан сығып түңкәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәрәхәт алған 15 һәм 17 йәшлек үҫмерҙәрҙе дауаханаға оҙата, 13 йәшлеге һәләк була. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, авария сәбәптәре буйынса тикшереү башланған. Мәғлүмәт Республика бала хоҡуҡтары буйынса  тулы хоҡуҡлы вәкиленә, Мәғариф һәм фән министрлығына ебәрелгән.

Фото №1 - Туймазы ҡалаһында 3 үҫмер аварияға осраған, уларҙың береһе һәләк булған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ