Геройҙар көнө уңайынан Өфөнөң Еңеү паркында « Мәңгелек ут» ҡа һәм Советтар Союзы геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросовтың үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалынды. Тантаналы сарала Республика Хөкүмәте, төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре, кадеттар һәм курсанттар ҡатнашты. Майҙанда Ватан өсөн башын һалған батырҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Геройҙар көнө билдәләнеүе йәш быуында Ватанға тоғро һәм фиҙаҡәр хеҙмәт итеү идеалдарын формалаштыра.
Өфөнөң Совет майҙанында ла иҫтәлекле датаға арналған тантана үтте. Республиканың күп милләтле халҡы исеменән Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалынды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы командирының тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған илһөйәрлек саралары ойошторолғайны. Республикала тарихи хәтерҙе һаҡлау, үҫеп килгән быуынға еткереү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.



