Бөгөн Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. « Беҙгә бик ҡатмарлы ваҡытта - геройҙар дәүерендә йәшәргә тура килә. Улар ҡайһы берҙә үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеп - Ватаныбыҙҙы дошмандарҙан һаҡлай» , тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы. Махсус хәрби операция барышында республиканан 12 кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡайһы берҙәре үлгәндән һуң. Мин хәрби бурысын үтәүселәрҙең һәр береһенә рәхмәт белдерәм. Улар барыһы ла 80 йыл элек донъяны фашистарҙан азат иткән ҡаһарман олатайҙарыбыҙҙың лайыҡлы тоҡомдары. Һәр яугир алдында баш эйәм. Уларҙың батырлыҡтары бер ҡасан да онотолмаясаҡ, тип билдәләгән Радий Хәбиров.




