Автомобиль урлап һәләкәткә тарыған үҫмер балалар йортонда тәрбиәләнгән булған

Уның шулай уҡ бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә тороуы билдәле. Дәүләт автоиспекцияһынан белдереүҙәресә, уҙған төндә 13 һәм 15 йәшлек ике малай һәм уларҙың 17 йәшлек иптәше ишеге асыҡ торған 10-сы модель « ВАЗ» машинаһын урлап ҡаса. Ҡыҙғанысҡа, сәфәр фажиғәле тамамлана. Транспорт сараһына идара иткән малай ваҡиға урынында вафат була. Дуҫтары төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Уларҙың хәле уртаса ауырлыҡта, тип хәбәр итә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Бәлиғ булмағандар эшенә бәйле вағиғаны Башҡортостан прокуратураһы тикшерә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ