Күләмле акцияға Башҡортостан да ҡушылды. Бының өсөн баш ҡалала йәшәүселәр Өфө ҡалаһы тарихы музейында ойошторолған майҙансыҡҡа йыйылды. Илебеҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған йылдар тураһындағы тесты ике форматта үтергә мөмкин. Теләгән һәр кем экранда күрһәтелгән һылтанма аша инеп, үҙ белемен һынап ҡарай ала. Йәмғеһе 40 һорауға яуап бирергә кәрәк. Халыҡ-ара акция 2015 йылдан үткәрелә, быйыл ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Проект Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте ярҙамында тормошҡа ашырыла.



