Мәскәүҙең «Останкино» концерт залында Рәсәйҙең халыҡ артисы Ренат Ибраһимовтың яҡты иҫтәлегенә арналған «Мәңгелек моң» исемле ҙур концерт үтте.
Камера хоры һәм симфоник оркестр оҙатыуында Илһам Вәлиев, Рөстәм Асаев, Мәликә Разакова кеүек Башҡортостандан сыҡҡан билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны. Мәҙәни сара ла Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты, концерттың художество етәксеһе Хәйҙәр Вәлиев башланғысында ойошторолған. Замандашыбыҙ күптәргә « Тамыр» телеканалының « Бирешмә» сериалы аша яҡшы таныш. Әлеге проект уның тәүге ҙур хеҙмәттәренең береһе. Милли, рус һәм сит ил композицияларынан торған концерт программаһын тамашасы йылы ҡабул итте.



