Овертаймдағы триумф: «Салауат Юлаев» «Аҡ Барс»ты 3:2 иҫәбе менән еңде

Бар командаларҙан да отолорға мөмкин, тик «Аҡ Барс» ҡа ғына түгел. Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың һүҙҙәре бөгөн дә үҙенең көнүҙәклеген юғалтмай.

Хәҙер инде девизға әүерелгән һүҙҙәрҙе юлаевсыларҙың баш тренеры Виктор Козлов кисәге уйындан һуң йәнә иҫкә төшөрҙө. Ике команда ла быйылғы миҙгелдә көслө уйын күрһәтә, шуға ла улар Көнсығыш конференция лидерҙары төркөмөндә бара. Осрашыуға килгәндә, беренсе осор уртаһында Артем Нәбиев иҫәпте асыуға өлгәште. Был 19 йәшлек форвардтың КХЛ-дағы икенсе уңышы. Артабан Ник Петан яуап шайбаһы индерҙе, әммә оҙаҡҡа түгел, Салауаттың иң мәргән һөжүмсеһе Джошуа Ливо үҙ командаһын алға сығарҙы. Өсөнсө осор башында Дмитрий Яшкин тырышылығы менән күршеләр иҫәпте тигеҙләне. Төп ваҡытта командалар башҡаса уңышҡа ирешә алманы. Овертаймда иһә әлегә лә баяғы Джошуа Ливо Башҡортостан командаһына 3:2 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Был уңыштан һуң яҡташтарыбыҙ беренсе урынды биләүсе «Трактор» ҙы мәрәйҙәр буйынса ҡыуып етте. Даими чемпионат 10 көнлөк тәнәфескә туҡтаны. 18 декабрҙә юлаевсылар күрше республика командаһы менән быйылғы миҙгелдә өсөнсөгә осраша. Был юлы «Йәшел дерби» Ҡазанда үтә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ