Бөгөн Әбйәлил районы суды яңы бинаға күсте. Өй туйлау тантанаһында Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Раил Шәйҙуллин ҡатнашты. Ул урындағы коллективты яңыртылған бинаның асылыуы менән ҡотланы. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.
Ике ҡатлы бинала енәйәт эштәре ҡараласаҡ. Капиталь ремонттан һуң бында ғәҙел хөкөмде сифатлы алып барыу өсөн тейешле шарттар булдырылған. Судьялар корпусына иғтибар иткәне өсөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерәм, тине Раил Рәшит улы. Шулай уҡ ул, Әбйәлил районы хакимиәте ярҙамы менән суд биләмәһенең төҙөкләндерелеүен айырым билдәләне. Раил Рәшит улы артабан судьяларҙың һәм аппарат хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары менән танышты.
Суд системаһы йәмғиәттә ғәҙеллекте һәм законлылыҡты тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Судтар эшмәкәрлегенең мөһим аспекттарының береһе булып биналарының заманса талаптарға һәм стандарттарға тап килеүе тора. Әбйәлил районы судында ике тиҫтәгә яҡын кеше эшләй. Әйтергә кәрәк, яҡшы эш һөҙөмтәләре өсөн әбйәлилдәр бер нисә тапҡыр Башҡортостан Юғары судының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Календарҙа Ватан геройҙары көнө тип билдәләнгән был тарихи көндә суд системаһы вәкилдәре Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың өләсәһе Сара Ғәниеваның хәлен белеште. Шулай уҡ Әбйәлил ауылында йәшәүсе Миңлегөл менән Вәсил Латиповтар йортонда ла булды, ишле ғаиләне етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы.
Илдар Байбулатов



